Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала өс йорт янған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда өс йорт тулыһынса янып бөткән. Салауат районы Мөрсәлим ауылында өс ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған.

2 июндә киске 5 тула 20 минутта Совет урамында янғын сыға. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Илдар Бикбаев ваҡиға урынында булды. Йәмәғәтсе әйтеүенсә, ҡорбандар юҡ, янғын һүндерелгән. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

«Фажиғәлә өс ғаилә зыян күргән, уларҙа 5 айлыҡ, 2,5, 17 һәм 20 йәшлек балалар бар. Салауат районы башлығы Ғәли Хәйретдинов шунда уҡ ваҡиға урынына килеп, кешеләрҙе урынлаштырыу буйынса эштәргә етәкселек итте», — тип һөйләне Илдар Бикбаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть