10 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2016 йыл, 11:24

Өфөлә танылған шағир Ирек Кинйәбулатов донъя ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2 июндә Башҡортостандың мәҙәни йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Диңгеҙселәр йыйылышының почетлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатов ауырығандан һуң 78-се йәшендә донъя ҡуйҙы.

Шағир менән бәхилләшеү шәмбе, 4 июндә, иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Үҙенең теләге буйынса шағир Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында ерләнә.

Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1961-1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый.

«Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында махсус хәбәрсе, республика гәзит-журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, китап нәшриәтендә мөхәррир, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының Әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры була.

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Ирек Кинйәбулатовтың «Баҫыу юлы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 йылда донъя күрә. Ижадының төп темаһы — һуғыш шаңдауы, дошманды фашлау, Тыуған ил. Ирек Кинйәбулатов «Һөйөү иртәһе», «Арғымаҡта», «Мин — башҡорт!», «Замана тауышы», «Сыйырсыҡтар бала осора», «Ғүмер китабы» һәм башҡа китаптар авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.

темалар: юғалтыуҙар