3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2016 йыл, 10:32

Рөстәм Хәмитов V Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 июндә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Евразия интеграция процесы контексында төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү» V Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Өфөләге конференция республика етәксеһе башланғысы буйынса ойошторолдо. Бешкәк ҡалаһында үткән форумда сығыш яһағанда ул ошо сараны Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрергә тәҡдим иткәйне.

Төбәктең әүҙемлеге арҡаһында Рәсәй-Ҡырғыҙстан иҡтисади бәйләнештәре киңәйә, тип билдәләне республика Башлығы. Ике яҡлы сауҙаның 80 процентҡа тиклеме ике ил төбәктәре партнерҙарының сауҙа операцияларына тура килә. Төрлө йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡырғыҙстанға экспортында Башҡортостандың сағыштырма ауырлығы 8-15 процент тәшкил иткән.

– Былтыр доллар менән иҫәпләгәндә беҙҙең тауар әйләнеше кәмене, һумдарҙа иһә ул шул уҡ кимәлдә тиерлек һаҡланды һәм хатта бер аҙ артты. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә әүҙемерәк эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем. Әлегә беҙ юлдың башында ғына, – тине төбәк етәксеһе. – Төп эш алда. Яңы йүнәлештәрҙе файҙаланырға, партнерлыҡты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк, тәү сиратта ауыл хужалығында, химия сәнәғәтендә, машиналар эшләүҙә.

Республика Башлығы Ҡырғыҙстан баҙарын уңышлы үҙләштереүсе «БашИнком» фәнни-үҙләштереү предприятиеһын айырыуса билдәләне. «БашИнком» үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн инновациялы, экологик яҡтан таҙа препараттар етештерә. Республика Ҡырғыҙстанды гидроэлектростанциялар өсөн заманса ҡоролмалар менән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға, «Газпром»дың проекттарына ҡушылырға, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының энергетика клубы сиктәрендә бергә эшләргә әҙер. Башҡа перспективалы йүнәлештәр иҫәбендә – эре мөгөҙлө мал һатыу, Ҡырғыҙстанда тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис үҙәген ойоштороу, йылҡысылыҡты үҫтереү.

2015 йыл йомғаҡтары буйынса ике төбәк араһында тауар әйләнеше 48,4 миллион доллар тәшкил иткән, шул иҫәптән экспорт – 48 миллион доллар, импорт – 0,4 миллион доллар. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Ҡырғыҙстан 26 урынды биләй. Республиканан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары, химия, ағас эшкәртеү, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙары оҙатыла. Башҡортостанға иһә электр лампалары килтерелә.

Төбәктә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында дүрт предприятие ойошторолған. Улар күмәртә сауҙаһы, йөк ташыу менән мәшғүл.