Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Һуңғы ике аҙнала төбәктә нисә кешегә талпан ҡаҙалғаны билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Июнь башына төбәктә биш меңдән ашыу талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлгән. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итеүенсә, ошо хәүефле бөжәктәрҙән тешләнгән 5421 кеше, шул иҫәптән 1754 бала медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән.

Дауаханаға килгәндәрҙең 36,1 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 86 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

1 апрелдән Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында тикшерелгән 3609 талпандың 204-дә — энцефалит, 300-дә боррелиоз вирусы табылған.

Әлеге ваҡытта республикала вируслы талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть