11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2016 йыл, 16:34

Өфөлә Рәсәй менән Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Баш ҡалала Рәсәй менән Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә. Өфөләге Конгресс-холда V Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһы бара. Пленар ултырыш Владимир Путиндың сәләмләү һүҙе менән асылды, уны Рәсәй Президентының сит илдәр менән төбәк-ара һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса идаралығы етәксеһе Владимир Чернов уҡып ишеттерҙе. Ҡырғыҙстан вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Өфөгә саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Александр Цыбульский хәбәр итеүенсә, илдең 70 төбәге Ҡырғыҙстан менән сауҙа мөнәсәбәттәрен һаҡлай. Былтыр Ҡырғыҙстанға Рәсәй инвестицияларының күләме ике тапҡырға артҡан һәм яҡынса 120 миллион доллар тәшкил иткән. Төп йүнәлештәр — энергетика, финанстар, страховкалау, эшкәртеүсе производство, аҙыҡ-түлек сәнәғәте. Рәсәй Ҡырғыҙстанға тура сит ил инвестициялары буйынса (уларҙың күләме 14,5 процент тәшкил итә) Канада һәм Бөйөк Британиянан ҡала өсөнсө урынды биләй. Урта Азия республикаһында төҙөлөш, сауҙа, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт өлкәһендә 600-гә яҡын берлектәге предприятие эшләй. Александр Цыбульский үткән конференцияла ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелеүен иҫкә төшөрҙө. Һөҙөмтәлә бер йыл эсендә Ҡырғыҙстандан ауыл хужалығы продукцияһын килтереү өс тапҡырға артҡан.

Ҡырғыҙстан менән Рәсәйҙең мөнәсәбәттәре тарихи һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең ныҡлы нигеҙендә ҡорола, тип билдәләне Ҡырғыҙстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Олег Панкратов. Әүәлге союздаш республика менән Башҡортостандың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында ла шуны әйтергә мөмкин. Ҡырғыҙстан вице-премьеры һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республика менән иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә: «Ҡырғыҙстан – Башҡортостан» сауҙа йорто асылды, ул иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн һәйбәт майҙансыҡ.

Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Рөстәм Хәмитов хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен нисек күҙ алдына килтереүе хаҡында һөйләне. Башҡортостан электр станцияларын инновациялы ҡорамалдар менән тәьмин итә, «Газпром»дың проекттарына ҡушыла, эре мөгөҙлө мал килтерә ала. Республика Башлығы туризм йүнәлешен айырыуса билдәләне.