Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стандартлаштырыу тураһында яңы закондың мөмкинлектәрен дәүләт һатып алыуҙарында файҙаланырға кәрәк — Башҡортостан Хөкүмәте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Хәҙер стандартлаштырыу институттарын үҫтереү, предприятиелар эшмәкәрлеген баһалау бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфөлә асылған «Стандартлаштырыу: яңы ҡануниәт һәм ҡулланыу тәжрибәһе» төбәк-ара конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.

«Башҡортостан байтаҡ йылдар дауамында сифатты стандартлаштырыу, камиллаштырыу өлкәһендәге эшкә ҙур иғтибар бүлә. Был — республикалағы иҡтисади сәйәсәттең өҫтөнлөгө. Стандартлаштырыу тураһында яңы закондың положениеларын индереү һөҙөмтәһендә дәүләт көйләүе өлкәһендә өҫтәмә саралар әҙерләнәсәк, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Уларға Башҡортостанда ла өҫтәмә үҫеш алыу мөмкинлеге бар. Һүҙ тәү сиратта дәүләт һатып алыуҙарын тормошҡа ашырғанда яңы закондың мөмкинлектәрен файҙаланыу хаҡында бара. Бынан тыш, барыһы алдында продукцияның ошо стандартҡа тап килеүе тураһында белдергән осраҡта етештереүсе өсөн милли стандартты ҡулланыу мотлаҡ буласаҡ».

«Рәсәй Федерацияһында стандартлаштырыу тураһында» 162-се Федераль закондың төп маҡсаты — ил производствоһы үҫешен стимуллаштырыу һәм импортты алмаштырыу кимәлен арттырыу. Ошо закондың ҡайһы бер положениелары уҙған йылдың сентябрь айында көсөнә инде. 1 июлдән закон тулыһынса көсөнә инә.

Өфөләге төбәк-ара конференцияла аңлатыуҙарынса, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, инновациялы ҡарарҙарҙы таратыу, яңы продукцияны һәм технологияларҙы индереү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән әҙер тәжрибәләрҙе, технологияларҙы ҡулланыу стандартлаштырыуҙың төп маҡсаты булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть