5 декабрь, Дүшәмбе

02 июнь 2016 йыл, 14:27

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсында ҡатнашыусы 100 халыҡ көйөн белергә тейеш

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы уҙғарыла. Сара 23-25 июндә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола. Конкурста үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша. Бәйге өс йәш категорияһында (12 йәшкә тиклем, 12-16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр) ике турҙа үтә. Һәр ҡатнашыусы конкурс тураһында положениела бирелгән исемлек буйынса 100 башҡорт йырын һәм уларҙың легендаһын белергә тейеш.

Бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығын танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, фольклорсы-ғалимдар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, элекке йылдарҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстың Гран-приһына эйә булыусылар баһалай. Сара барышында конкурс лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, сәсәндәр һәм быйылғы бәйге еңеүселәре ҡатнашлығында концерт була. Ғаризалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге. Тел./факс 8 (347) 289-65-50, 8960-398-02-94.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән. 1991 йылда (үлгәндән һуң) уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.  

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, республика Ҡурайсылар союзы. Бәйге ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм атаҡлы ҡурайсының тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уҙғарыла.