Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн төбәктә 18,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы математика буйынса база кимәлендәге БДИ тапшыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн Башҡортостанда 18,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Был — мотлаҡ тапшырылырға тейешле ике предметтың береһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы ике кимәлгә бүленде. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база, ә юғары уҡыу йортона инеү өсөн профилле имтихан бирә. Имтиханда линейка менән генә файҙаланырға мөмкин.

Республикала 104 имтихан ҡабул итеү пункты асылған.

Быға тиклем ун беренсе класс уҡыусылары рус теленән, әҙәбиәттән һәм географиянан дәүләт һынауын тапшырҙы. Имтихандар ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть