5 декабрь, Дүшәмбе

02 июнь 2016 йыл, 10:25

Йәй көнө Башҡортостанда 334 мең бала ял итәсәк

фото: Олег Яровиков, Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостанда 334 мең баланы ял һәм һауыҡтырыу сараларына йәлеп итеү ҡарала. Был республикалағы мәктәп йәшендәге балаларҙың 81,6 процентын тәшкил итә, уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 1,3 процентҡа юғары. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

1 июндә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылда балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштороу мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Һуңғы йылдарҙа федераль һәм төбәк властары балалар лагерҙарының торошон яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, тип билдәләне Премьер-министр.

– Быйыл күпселек төбәктәр йәйге кампанияға 2015 йылғы кимәлдә аҡса бүлде, төбәк бюджетындағы ҡатмарлыҡтарҙы һәм иҡтисадтағы проблемаларҙы иҫәпкә алғанда, был бик мөһим, – тине Дмитрий Медведев.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған, етем балаларҙың, инвалидтарҙың ялын берлектә финанслау өсөн 81 төбәккә 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. Ошо аҡса иҫәбенә быйыл тағы ла 200 мең самаһы бала ял итә аласаҡ.

Премьер-министр автобуста, поезда балаларҙы ташыу талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә, шулай уҡ балаларҙы яҡшы туҡландырырға кәрәклеген билдәләне.

Быйыл Башҡортостанда 2 680 ойошма балаларҙың йәйге ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштора. Улар иҫәбендә 95 ҡала ситендәге лагерь, 1 440 – көндөҙгө, 25 шифахана тибындағы лагерь, 1000 хеҙмәт һәм ял лагеры, 120 палаткалы лагерь бар.

Башҡортостандан Ҡара диңгеҙ буйында 3,8 мең бала, шул иҫәптән 340 бала – «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә, 850-һе Ҡырымда ял итәсәк.

Балалар һауыҡтырыу кампанияһын тәьмин итеү өсөн республиканың тупланма бюджеты 1,57 миллиард һум тәшкил иткән. Федераль бюджет иҫәбенә (85,87 миллион һум) ауыр тормош хәлендә ҡалған 5 067 баланы ял һәм һауыҡтырыу сараларына йәлеп итеү ҡарала.