10 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2016 йыл, 18:24

«Башавтотранс» ҡала һәм ҡала яны маршруттарында юл хаҡын арттыра

фото: «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 14 июндә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы автобустарында ҡала һәм ҡала яны маршруттарында юл йөрөү хаҡы арта.

Мәҫәлән, Өфөлә билет хаҡы транспорт картаһы буйынса — 20, ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 25 һум тәшкил итәсәк.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республика Хөкүмәтенең «Башавтотранс» өсөн билдәләгән тарифтары дүрт йыл буйына үҙгәрмәгән һәм пассажирҙар ташыу үҙҡиммәтенең ағымдағы кимәленә тап килмәй.

«Пассажирҙарҙы страховкалау, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың, транспорт һалымының артыуы пассажирҙар ташыу буйынса сығымдарҙың үҫеүенә килтерә. Шуға бәйле ҡала һәм ҡала яны маршруттарында билет хаҡын арттырырға мәжбүрбеҙ», — тине «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Тимур Аклаев.