10 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2016 йыл, 17:58

Өфөләге 4-се бала табыу йортонда Балаларҙы яҡлау көнөн ҙур тантана менән ҡаршыланылар

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге 4-се бала табыу йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн  байрамса тантана менән ҡаршыланылар. Йәйҙең тәүге байрамы Башҡортостанда ғына түгел, илдә лә ҙур бала табыу учреждениеларының береһе өсөн бик үҙенсәлекле. Сабый тыуыуы — бөтә коллектив өсөн ҙур шатлыҡ. Йыл һайын бында 7,5 меңдән ашыу бала тыуа.

«Беҙҙең бала табыу йорто илдәге иң яҡшы биш учреждение иҫәбенә инә. Киләһе йылда уға 40 йыл тула. Ошо йылдар эсендә табиптарыбыҙ 200 мең самаһы сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән, — тине баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Владимир Иваха. — Бала табыу йортонда ошондай саралар уҙғарыу изге йолаға әйләнгән. Беҙ быға бик шатбыҙ. Ғаиләгеҙгә бәхет, һаулыҡ һәм шатлыҡ теләйем. Беҙгә тағы ла килегеҙ!».

1 июндә һигеҙ ғаилә тантаналы шарттарҙа бала табыу йортонан сыҡты, уларҙың икәүһендә игеҙәк балалар тыуған. Конференциялар залына яңы тыуған сабыйҙарын күтәргән әсәләрҙең инеүе иң тулҡынландырғыс мәл булды. Атайҙар балаларын тиҙерәк күреү өсөн түҙемһеҙләнеп күк һәм алһыу конверттарға күҙ һалды.

Гөлнара һәм Илмир Фәризовтарҙың ғаиләһендә ике йәшлек Әминә исемле ҡыҙ үҫә, ул да бөгөн туғандары менән бергә ике ҡустыһын — Әнүәр менән Асҡарҙы ҡаршы алырға килгән. Малайҙар 23 майҙа тыуған. Уларҙың ауырлығы — 2450 һәм 2200, икеһенең дә буйы 44 сантиметр. Атай кеше, «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы мастеры, әйтеүенсә, ул малай хаҡында хыялланған.

Дауалау учреждениеһе етәкселеге, табиптар, Өфө ҡалаһы Киров районындағы ЗАГС бүлеге етәксеһе Наилә Сәйетғәлина бәхетле ата-әсәләргә һәм яңы тыуған сабыйҙарға үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе. Ул шулай уҡ бүләктәр — яңы тыуған балалар өсөн комплекттар һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.