3 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2016 йыл, 17:04

«Уңдырышлы түтәл» партия проекты сиктәрендә Өфөлә 1350 орлоҡ тупланмаһы тараттылар

фото: Өфө ҡалаһы Киров районы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Киров районы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты 1350  йәшелсә орлоғо тупланмаһы алды.

Уларҙы таратыу өсөн беренсел бүлексәләрҙең секретарҙары, баҡсасылар саҡырылды. Теләгән һәр кем анкета тултырып, орлоҡтар алды, тип хәбәр иттеләр урындағы комитетта.

Сара «Уңдырышлы түтәл» партия проекты сиктәрендә үткәрелә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республика баҡсасылары 40 меңдән ашыу орлоҡ тупланмаһы аласаҡ. Проект 1 майҙа башланды, уның маҡсаты — төбәктәге баҡсасыларға ярҙам күрһәтеү. Орлоҡтарҙың барыһы ла илдә етештерелгән. Уларҙы баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә алырға була. Орлоҡтарҙы махсус әҙерлекле ирекмәндәр тарата.