8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2016 йыл, 16:29

Йыл башынан төбәктә 14 меңдән ашыу сабый донъяға килгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йыл башынан Башҡортостанда 14 меңдән ашыу бала тыуған. Былтыр 59 меңдән ашыу сабый донъяға килгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә статистиктар республикала тыуым һәм мәғариф системаһының үҫеше тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшергән. Бөгөн төбәктә 1333 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 210 филиал хоҡуғына эйә булған ойошма һәм мәктәптәрҙә 453 мәктәпкәсә тәрбиә биреү төркөмдәре эшләй.

2016 йыл башына 233,8 мең бала балалар баҡсаһына йөрөгән. Һуңғы йылда уларҙың һаны 10,2 меңгә артҡан.

2015-2016 уҡыу йылында республикала 1369 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 709 филиал хоҡуғына эйә булған ойошма эшләй. Уларҙа 441,8 мең кеше уҡый.

Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла. Бынан тыш, мордва, немец, украин, белорус, латыш телдәре предмет булараҡ өйрәнелә. Йәкшәмбе мәктәптәрендә поляк, әрмән һәм йәһүд телдәрен өйрәнәләр.

Балалар ижады студиялары, спорт мәктәптәре һәм клубтары, художество мәктәптәре һәм башҡа учреждениелар эшләй. Спорт мәктәптәре һәм клубтарында 76,2 мең бала шөғөлләнә. Музыка, художество һәм сәнғәт мәктәптәренә 39,7 мең бала йөрөгән.

Башҡортостанда йәйге каникулдар ваҡытында уҡыусыларҙы һауыҡтырыуға һәм уларҙы реабилитациялауға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын өс меңгә яҡын һауыҡтырыу лагерҙары асыла, унда һәр икенсе мәктәп уҡыусыһы ял итеп өлгөрә.