9 декабрь, Йома

01 июнь 2016 йыл, 15:42

Республиканан 600-ҙән ашыу бала «Ал сәскә» әҙәби акцияһын йомғаҡлауҙа ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Cергей Захаров/. 1 июндә бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған «Ал сәскә» әҙәби акцияһы тамамлана. Хәйриә проектын «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Рәсәй Башҡортостан» телеканалы журналистары уйлап тапҡан һәм тормошҡа ашырған.

1 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында акцияның һуңғы аккорды яңғырай. Сараға бөтә республиканан 600-ҙән ашыу бала саҡырылған. «Том Сойер» балеты улар өсөн ҙур бүләк буласаҡ. Барыһына ла иҫтәлеккә төрлө авторҙарҙың китаптары һәм «Ал сәскә» әкиәте яҙылған диск тапшырыла.  

Өс ай буйына «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм «Мәҙәниәт» телеканалдарында Аксаковтың ижады, уның исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар хаҡында тапшырыуҙар күрһәтелде, — тип иҫкә төшөрҙөләр Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалында.

Әҙәби марафонға күп кенә белем биреү үҙәктәре һәм учреждениелары ҡушылды. Проектты Константин Толкачев, Олег Газманов, Иосиф Кобзон, Владислав Флярковский, Юрий Стоянов һәм башҡа билдәле сәйәсәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хупланы.

Акция барышында «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның байтаҡ тыңлаусылары викторинала һәм һүрәттәр конкурсында ҡатнашты. Йәш рәссамдарҙың ете йөҙҙән ашыу әҫәре тәҡдим ителде.

Өфөләге Аксаков исемендәге баҡсала балалар өсөн ҙур байрам ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар бергәләп асфальтта ҙур ал сәскә һүрәтен төшөрҙө.