7 декабрь, Шаршамбы

01 июнь 2016 йыл, 14:45

Башҡортостандың Төбәк операторы капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе депозитҡа һалыуҙы күҙалламай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте капиталь ремонтлау фондының төбәк операторы иҫәбендәге ваҡытлыса буш торған аҡсаларын банкка һалыу тәртибен һәм контролдә тотоуҙы, уларҙың сикке күләмен билдәләне.

Был финанс ойошмаларын һайлап алыу мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Мәҫәлән, быға тиклем төбәк операторҙары конкурсында бөтә банктар ҙа ҡатнаша алмаһа, хәҙер һайлап алыу ҡағиҙәләре федераль кимәлдә көйләнгән.

«Башҡортостан төбәк операторы»ның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, фонд күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнәләрен депозитта һаҡларға йыйынмай. Аҡсаларҙы банкта һаҡлау күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса башҡарылған эштәр өсөн подряд ойошмалары менән үҙ ваҡытында иҫәпләшергә мөмкинлек бирмәйәсәк.

Банк иҫәбе килешеүенә ярашлы, әлеге ваҡытта Төбәк операторының дөйөм иҫәбе асылған Һаҡлыҡ банкы иҫәптә ҡалған аҡсаға йылына 3,01 процент өҫтәй бара.

Төбәк операторының төп бурысы — аҡсаларҙы банкта һаҡлау түгел, уларҙы капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеү, тип билдәләнеләр фондта.

2014 йылдың октябренән Башҡортостандың Төбәк операторы капиталь ремонтлау өсөн иғәнә йыя. Бөгөн төбәктә 1,5 меңдән ашыу күп фатирлы йорт ремонтланған. Ошо ваҡыт эсендә капиталь ремонтлау өсөн иғәнә суммаһы 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.