7 декабрь, Шаршамбы

01 июнь 2016 йыл, 13:02

Бөгөн республикала балаларҙа онкология сирҙәрен алдан асыҡлау буйынса проект башлана

фото: «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, ҡаты сирле балаларға ярҙам буйынса «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды Республика балалар клиник дауаханаһы ярҙамында «Балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә онкология һәм гематология сирҙәрен иҫкәртеү һәм алдан асыҡлау» тип аталған мөһим социаль әһәмиәтле проектын башлай. Проект «СоДействие» — «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» номинацияһында стартап рәүешендә» VI Бөтә Рәсәй социаль программалар фестиваленең төбәк этабында еңеү яулаған.

Республиканың балалар дауалау учреждениеларында онкология сирҙәрен иҫкәртеү саралары һәм уларҙы алдан асыҡлау ысулдары тураһында буклеттар, плакаттар таратыласаҡ. Интернетта һәм урындағы телевидениела онкология ауырыуҙарының билдәләре, улар асыҡланған осраҡта тәҡдимдәр тураһында видеоролик күрһәтеләсәк. Методик материалды балалар онкологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Владимир Махонин әҙерләгән. «Юғалтыуҙар юҡ» фонды сайтындағы проекттың бүлегендә онкология сирҙәрен иҫкәртеү һәм алдан асыҡлау тураһында яңылыҡтар менән таныштырыу, шулай уҡ һорауҙарға яуап биреү ҡаралған.

Проект онкология ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡларға һәм фажиғәле эҙемтәләрҙе кәметергә ярҙам итәсәк, тип ышана ойоштороусылар. Башланғыс стадияла онкология сирҙәренең билдәләре бик беленмәй, уларҙы йыш ҡына башҡа ауырыуҙар менән бутайҙар. Балалар дөрөҫ дауаланмай, ҡәҙерле ваҡыт юғала. Проект урында ата-әсәләрҙең һәм педиатрҙарҙың уяулығын арттырыуға йүнәлтелгән, был иһә диагнозды аныҡлау һәм онкология ауырыуҙарын алдан асыҡлау өсөн белгестәргә үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итеүгә килтерәсәк.