Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә Вьетнам менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам Социалистик Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Ву Зуй Мынг менән осрашты. Сарала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков та ҡатнашты.

Осрашыу барышында яҡтар сауҙа, машиналар эшләү, нефть һәм газ сәнәғәте, энергетика, туризм, ғилми эшмәкәрлек һәм мәғариф өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Бөгөн Вьетнам —  Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тауар әйләнешенең төп өлөшөн химия продукцияһын экспортлау тәшкил итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында 26 предприятие эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть