4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2016 йыл, 11:19

«Медиапрофи» IV республика журналистар премияһының темаһы — «Башҡортостанда эшләнгән»

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башинформ» агентлығында «Медиапрофи» IV республика журналистар премияһына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Конкурстың темаһы — «Башҡортостанда эшләнгән», төп аспект — импортты алмаштырыу. Быйыл киң мәғлүмәт сараларында яңы иҡтисади шарттарҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль өлкәлә күҙәтелгән ыңғай үҙгәрештәрҙе яҡтыртыу шарт.

«Маҡсатыбыҙ — Башҡортостанды барыһы ла килергә теләгән әүҙем һәм перспективалы төбәктәр иҫәбенә индереү. Ҡайһы саҡта эшлекле кешеләргә республиканың нимәһе менән ҡыҙыҡлы булыуын аңлатырға ғына кәрәк», — тине, сараны асып, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин республика предприятиеларының эшмәкәрлегенә ентекләп туҡталды, кластер башланғыстары, уларҙы үҫтереү буйынса юл картаһы саралары тураһында һөйләне.

«Беҙҙең предприятиелар танылырға тейеш. Киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта яҙыу ҡыҙыҡһыныусыларҙы арттыра, — тип билдәләне министр. — Беҙ журналистарҙы предприятиеларға алып барыуҙы ойоштора алабыҙ, уларҙы бөтә материалдар һәм документтар менән тәьмин итәсәкбеҙ».

Жюри составында «Халыҡ-ара матбуғат клубы. Чумиков PR һәм консалтинг» агентлығының генераль директоры, сәйәси фәндәр докторы, профессор Александр Чумиков та бар. Конкурсанттар оҫталыҡ йәһәтенән генә түгел, тармаҡ профессионализмы, теманы белеү буйынса баһалана, тип белдерҙе спикер. Мәҙәниәт һәм спорт темаһына яҙылған эштәр ҙә ҡарала.

«Медиапрофи» — әһәмиәтле мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға һәм хәл итеүгә булышлыҡ итеүгә, республика киң мәғлүмәт саралары контентының сифатын күтәреүгә, журналистар эшен үҫтереүгә һәм һәләтле журналистарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән күләмле һәм үҙенсәлекле проект.