Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө урамына Рейхстаг түбәһенә Еңеү байрағын элгән Ғәзи Заһитов исеме бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфө ҡала Советы депутаттары Затондағы яңы урамдарҙың береһенә Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғәзи Заһитовтың исемен бирҙе. Ул тәүгеләрҙән булып Рейхстаг түбәһенә Еңеү байрағын элгән. Бынан тыш, халыҡ һайланыусылары Калинин районы биләмәһендәге 51 урамға исем бирҙе.

Баш ҡалала Халыҡтар дуҫлығы һәм Берҙәмлек проспекттары барлыҡҡа килде. Депутаттар Халыҡтар дуҫлығы проспекты янындағы туғыҙ яңы урамға исем бирергә планлаштыра. Затон эргәһендәге урау юлды — Затон шоссеһы, Сафронов биҫтәһендәге яңы урамдарҙы Ожмах, Залесская, Яҡут һәм Данлы,  8 март ҡасабаһындағы урамдарҙы иһә Йәрминкә, Тәбиғәт һәм Алексеевка шоссеһы тип атарға тәҡдим ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть