5 декабрь, Дүшәмбе

31 май 2016 йыл, 17:39

Республикала картуф һәм йәшелсә ултыртыу дауам итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда картуф һәм йәшелсә ултыртыу дауам итә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2868 гектар майҙанда картуф ултыртылған, был планлаштырылғандың 93 проценты. Йәшелсәләр иһә 1052 гектарҙа, йәки майҙандарҙың 82 процентында.

Әлеге мәлгә 33 район хужалыҡтары картуф ултыртыуҙы тамамлаған. Өҫтәүенә бер нисә районда «икенсе икмәк» планлаштырылғандан күберәк ултыртылған. Улар араһында Йәрмәкәй, Ейәнсура, Асҡын, Бүздәк, Дыуан һәм Ауырғазы райондары бар.

31 район йәшелсә ултыртыу буйынса планды тулыһынса үтәгән. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Туймазы, Бөрө һәм Бүздәк райондарында йәшелсәләр күберәк сәселгән, тип билдәләйҙәр аграр ведомствоһында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала 1,390 миллион тонна картуф, 375 мең йәшелсә үҫтереү планлаштырыла.