Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

1 июндә баш ҡалала балалар электр транспортында бушлай йөрөй ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

1 июндә Өфөлә балалар электр транспортында бушлай йөрөй ала. Ҡаланың электр транспорты идаралығы 14 йәшкәсә пассажирҙар өсөн бүләк әҙерләне.

Балаларҙы яҡлау көнөндә улар троллейбуста һәм трамвайҙа бушлай йөрөйәсәк.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Электр транспорты идаралығы ошондай акцияларҙы беренсе тапҡыр ойоштормай. Мәҫәлән, уҙған йылдың 28 декабренән 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә билет хаҡына тарифтар кәметелде, 1-10 майҙа иһә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы электр транспортында бушлай йөрөтөү ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть