9 декабрь, Йома

31 май 2016 йыл, 16:05

Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы һәм Берҙәмлек проспекттары барлыҡҡа килде

фото: Хәниф Сөнәғәтуллин

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы һәм Берҙәмлек проспекттары барлыҡҡа килде. 31 майҙа ҡала Советы депутаттары Өфөнөң төрлө урындарында 62 яңы урамға исем биреү тураһында өс ҡарар ҡабул итте.

Халыҡтар дуҫлығы проспекты — ҡаланың төп өлөшөн Затон биҫтәһе менән тоташтырған трасса. Ул Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән башлана һәм Әхмәтов урамына тиклем дауам итә.

Баш ҡаланың Октябрь районындағы Өфө — Нуғай автомобиль юлынан алып Калинин районы Йылҡыбай ауылына тиклем магистраль урам Берҙәмлек проспекты тип атала.