Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә Венгрия менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Венгрияның Ҡазандағы Генераль консулы Ференц Контра менән осрашты. Сарала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашты.

Яҡтар сәнәғәт, ауыл хужалығы, инфраструктура, юл төҙөлөшө һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Венгрия — Башҡортостандың ҙур тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе. Тауар әйләнешенең төп өлөшөн республика яғыулыҡ-энергетика комплексының продукцияһын экспортлау тәшкил итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә Венгрия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған өс предприятие теркәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть