8 декабрь, Кесе йома

31 май 2016 йыл, 14:03

Төбәктә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң һалҡын, күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 3-4 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

Синоптиктар төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡырау төшөүе тураһында иҫкәртә. Айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.

Шишәмбе, 31 майҙа, республиканың төньяҡ райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, һауа температураһы көндөҙ +12,+17 градус буласаҡ. Шаршамбы, 1 июндә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә +2, +7 градус, урыны менән 2 градусҡаса һалҡын, тупраҡта ҡырау төшәсәк, көндөҙ +13,+18 градус. Кесаҙна, 2 июндә, айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы төндә +2,+7, урыны менән 2 градусҡаса һалҡын, тупраҡта ҡырау төшәсәк, көндөҙ 15-20 градус йылы.  

Аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә күпселек райондарҙа яуым-төшөм кимәле  арта.