6 декабрь, Шишәмбе

31 май 2016 йыл, 12:20

Ҡаҙна федерализмы дәүләттең иҡтисади мәнфәғәттәре биләмәләрҙең мәнфәғәттәре менән тура килеүен тәьмин итергә тейеш – Рөстәм Хәмитов

фото: Рәсәй Федерация Советының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы федерализмдың иҡтисади, бюджет-финанс һәм һалым нигеҙҙәренә арналған Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе ҡарамағындағы Ғилми-эксперт советы ултырышында сығыш яһаны. Ултырышты Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко үткәрҙе.

Ҡатнашыусылар федератив мөнәсәбәттәр өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Улар араһында – федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй субъекттары һәм урындағы үҙидара органдарының Берҙәм вәкәләттәр реестрын булдырыу, 2020 тиклем Бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу концепцияһын әҙерләү.

– Федерализмдың төп мәсьәләһе – вәкәләттәрҙе сикләүҙә. Әммә һаманға тиклем субъекттың статусы тураһында закон юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгәсә ведомстволарға, министрлыҡтарға, корпорацияларға сикләү хоҡуғы бирелә. Был дөрөҫ түгел, әлбиттә. Йәғни әлеге мәсьәләлә ышаныслы хоҡуҡи база кәрәк.

Төбәктәргә талаптар бер үк булһа ла, уларҙың  иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре төрлө, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Уның фекеренсә, Хөкүмәткә Федерация субъекттарының мөмкинлектәренә төрлөсә ҡарау зарур.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн төбәктәрҙең рейтингы күбәйҙе, улар факттарҙы күрһәтә, әммә «Артабан ни эшләргә?» тигән һорауға яуап бирмәй.

– Ҡаҙна федерализмын тәғәйенләү дәүләттең иҡтисади мәнфәғәттәре биләмәләрҙең мәнфәғәттәре менән тура килеүен тәьмин итә. Был – төп фекер. Ҡаҙна федерализмы үҙенән-үҙе түгел, ә тап биләмәләр үҫешенән сығып, – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Килемдәр буйынса нимә килеп сыға? Һандар килтерәм. 2012 йылда беҙҙең адреслы төбәк инвестиция программаһы 17 миллиард һум булды. Бөгөн иһә 5-6 миллиард һум. Дүрт йыл эсендә беҙ 10 миллиард һумды юғалттыҡ.

Валентина Матвиенко Рөстәм Хәмитовтың төбәк етәкселәре уларҙың биләмәһендә эшләгән ҙур компанияларҙың һалым мәғлүмәттәренә рөхсәт алырға тейеш тигән тәҡдимен хупланы. Ул Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановҡа хәлде анализлау һәм ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.