5 декабрь, Дүшәмбе

31 май 2016 йыл, 11:06

Республика спортсылары фехтование буйынса Европа паралимпия чемпионатында бронза миҙалдар яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рәсәйҙең йыйылма командаһы Италияла уҙған терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында фехтование буйынса Европа чемпионатында бронза миҙалдар яуланы.

Йыйылма команда составында Башҡортостандың ике вәкиле — Иглин районы Балтика ауылынан Светлана Сапожникова һәм Шишмәнән Альбина Ҡурамшина сығыш яһаны.

Рәсәйҙәр команда беренселегендә өсөнсө урын алды. Улар «Ҡылыс» күнегеүендә көсөргәнешле көрәштә Италия командаһын еңде. Илдең йыйылма командаһында Новосибирскиҙан Наталия Афонина һәм Мәскәүҙән Ирина Мишурова ла бар ине.

Рәсәй командаһы чемпионатта 10 алтын миҙалға лайыҡ булды, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы сайты.