3 декабрь, Шәмбе

31 май 2016 йыл, 10:28

Ғәскәров исемендәге ансамбль «Бейеүҙең йәме» бөтә Рәсәй проектының төп геройы булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Бейеүҙең йәме» документаль кино проекты серияларының береһендә төп герой булды. Май айында Санкт-Петербургтың «Кинооко» студияһы Өфө районындағы Зәңгәркүл буйында ҙур фильм төшөрҙө. Тамашасылар унда ансамблдең алтын фондына ингән бейеүҙәрҙе — «Гөлнәзирә»не (ҡуйыусыһы — Фәйзи Ғәскәров), «Бөрйән ҡыҙҙары»н (Хашим Мостаев), «Еҙ үксә»не (Риф Ғәбитов) тамаша ҡыласаҡ.

Рәшиҙә Туйсина башҡарыуындағы «Заһиҙә» бейеүе фильмдың сағыу эпизоды буласаҡ. Ижади төркөм танылған бейеүсенең актриса Анастасия Барашкованы башҡортса тыпырҙарға өйрәткәнен дә төшөргән. Рәшиҙә Туйсина менән Риф Ғәбитов башҡорт бейеү сәнғәте хаҡында һөйләне. Фильм авторҙары Учалы районына барып, һыбай оҫта йөрөүҙе, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемдәрен төшөргән.

«Рәсәй киноһы йылында ғәскәровсылар яңы проекттарҙа ҡатнашып, тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә. «Бейеүҙең йәме» фильмын интернетта ҡарарға мөмкин буласаҡ», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.

Режиссер һәм продюсер Василий Щербенконың «Бейеүҙең йәме» кино проекты бейеү мәҙәниәтенә һәм милли кейем традицияларына арналған. Ижади төркөм Үзбәкстанда, Әрмәнстанда һәм Рәсәй төбәктәрендә: Ингушетияла, Башҡортостанда, шулай уҡ илдең үҙәк өлөшөндә булған. «Милли бейеү һәм костюмдың матурлығы аша халыҡтың күңеленә үтеп инәбеҙ», — тип һөйләй фильм авторҙары. Кинотаҫма геройҙары — ингуштар, башҡорттар, әрмәндәр, үзбәктәр һәм рустар.