Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы: рус теленән БДИ-да тәртип боҙоуҙар булманы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы штат режимында үтте, тәртип боҙоуҙар булманы.

«Бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр, имтихандан сығарып ебәреүҙәр теркәлмәне», — тип билдәләне Башҡортостан буйынса Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Альмира Ғәниева.

Быйыл ведомствола Берҙәм дәүләт имтиханы барышы тураһында мәғлүмәттәр туплаусы Ситуация үҙәге асылған. Үҙәктә имтихан тапшырыу пункттарында һәм Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә ҡуйылған видеокүҙәтеү системалары ярҙамында махсус портал аша реаль ваҡыт режимында Берҙәм дәүләт имтиханына мониторинг ойошторолған. Шулай итеп, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы барышы тураһында бөтә мәғлүмәттәр Ситуация үҙәгенә килә.

Быйыл республикала 21 мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы БДИ тапшыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть