Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала командаһы — Санкт-Петербургта халыҡ-ара футбол фестивалендә еңеүсе

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө командаһы «Petersburg Cup 2016» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр футбол фестивалендә алтын миҙал яуланы. Йыл һайын турнирҙа Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 7-19 йәшлек футболсылар ҡатнаша.

Быйыл унда Сергей Руденко етәкселегендә «Футбол академияһы» 9-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе командаһы ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса комитетында.

«Беҙ еңеү яулар өсөн барҙыҡ. Маҡсатыбыҙ беренсе урын алыу ине һәм беҙ уға ирештек, — тине тренер Сергей Руденко. — Әлбиттә, ошондай ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булыуы бик һәйбәт. Бында йәш уйынсылар тәжрибә туплай».

Турнир 29 майҙа тамамланды, финал уйындары һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы «Зенит» академияһы майҙанында үтте. Шунда уҡ Рәсәй һәм сит илдәрҙең футбол йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-матч булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть