Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«Өфө» аэропорты пассажирҙарҙың «таҙа» зонаға инеү мөмкинлеген контролдә тотоуҙың яңы системаһын индерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты тулыһынса илебеҙҙә етештерелгән программаны индергән тәүге авиапредприятие булды. «Астерос. Пассажирҙарҙың инеү мөмкинлеген автоматлаштырылған контролдә тотоу» модуле «Астерос Контакт Авиа» үҙенсәлекле теркәү системаһына өҫтәмә функция булып тора һәм әлегә илдең аэропорттар өсөн программалар баҙарында аналогы юҡ, тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.

Яңы система аэропорт һәм авиакомпаниялар эшмәкәрлегенә законһыҙ ҡатнашыуға юл ҡуймаясаҡ. Уның төп бурысы — көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре эҙләгән хәүефле кешеләрҙе асыҡлау. Бынан тыш, автоматлаштырылған контроль пассажирҙарҙың аэропорт эсендә хәрәкәт итеүен күҙәтергә мөмкинлек бирә. 1 июндән аэропорт тулыһынса ошо системаны файҙалана башлай.  

«Авиация хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү кәрәклегенә бәйле пассажирҙарҙың «таҙа» зонаға инеү мөмкинлеген контролдә тотоуҙың яңы системаһы аэропорт өсөн мөһим системалар иҫәбенә инә», — тип билдәләне аэропорттың мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә хеҙмәте етәксеһе Виктор Чекальский.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть