8 декабрь, Кесе йома

30 май 2016 йыл, 15:37

Баш ҡалала милли кейемдәр парады төрлө халыҡ вәкилдәрен берләштерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Республика милли кейем байрамы ойошторолдо. Милли кейемдәр марш-парады байрамдың сағыу биҙәге булды. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, төрлө төҫтәге кейемдәрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрынан алып Конгресс-холға тиклем барҙы.

Парадта ҡатнашыусылар Башҡортостанда йәшәгән башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин һәм башҡа халыҡтарҙың милли кейемдәрен күрһәтте. Сараға сит ил вәкилдәре — Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам студенттары ла ҡушылды. Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов хәбәр итеүенсә, байрамға махсус рәүештә Белорет, Баймаҡ, Мәсетле һәм башҡа райондарҙан 200-гә яҡын вәкил килгән.

«Төньяҡ амурҙары» халыҡ төркөмө алдынан һыбай барҙы. Милли елән кейгән етәкселәр: мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин парадтың лидерҙары булып сығыш яһаны.

Республика башҡорт милли кейеме байрамы барышында «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы, тамашасылар менән уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоу ойошторолдо. Салауат Юлаев майҙанында милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе уҙҙы.