7 декабрь, Шаршамбы

30 май 2016 йыл, 14:06

Баш ҡалала «Өфө — балалар һәм ғаиләләр ҡалаһы» тип аталған байрам ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 июндә Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Өфө — балалар, ғаиләләр ҡалаһы» тип аталған байрам уҙғарыла. Сараны ойоштороусы — баш ҡала хакимиәте.

Ҡала, район хакимиәттәренең, юғары уҡыу йорттарының һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың структур подразделениелары тематик майҙансыҡтар ойоштора. Балаларҙы уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, яратҡан әкиәт геройҙары менән фотозоналар, спорт ярыштары, эстафеталар, аниматорҙар һәм клоундар көтә. Ата-әсәләр тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса психологтар һәм социаль педагогтар менән кәңәшләшә ала.

Концерт программаһында «Тамыр» телеканалының балалар ижади коллективтары, «Баш ҡала йондоҙҙары» балалар ижады конкурсы еңеүселәре, Өфө һәм республика коррекция мәктәптәре коллективтары сығыш яһай.

Шулай уҡ майҙанда сауҙа нөктәләре, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе эшләй.

Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.