10 декабрь, Шәмбе

30 май 2016 йыл, 12:32

Рөстәм Хәмитов: «Евразия йөрәге» фестивале – республикабыҙ байрамы ул

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 25-29 майҙа Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороу һәм үткәреү кимәлен юғары баһаланы.

– Мин ошо йыр-моң байрамында тамашасы булараҡ ҡатнаштым. Амфитеатр буйлап йөрөнөм, халыҡ менән аралаштым. Барыһы ла быйыл ошондай ҡыҙыҡлы мәҙәни сара ойошторған өсөн рәхмәт әйтә. Мәҙәни мөмкинлек күҙлегенән ҡарағанда, республикала йәшәүселәрҙең ҡеүәте ҙур. Байрамға республикабыҙҙың бөтә муниципалитеттары, ҡалалары вәкилдәренең килеүен беләбеҙ, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө байрам – республикабыҙ, халҡыбыҙ байрамы ул. Беҙ йыл һайын ошондай әһәмиәтле саралар уҙғарырға тырышырбыҙ.

Республика етәксеһе Өфө амфитеатрын асыҡ һауала концерттар ойоштороу өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ булараҡ һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Ял итеү өсөн бик яҡшы урын барлыҡҡа килде. Бында Конгресс-холл, Салауат Юлаев һәйкәле, амфитеатр урынлашҡан. Ошонда меңдәрсә кешенең ял итергә килеүен күрәм. Спиртлы эсемлектәрҙең булмауы ла һәйбәт, – тине Рөстәм Хәмитов.– Мәҙәни мөмкинлек күҙлегенән ҡарағанда, республикала йәшәүселәрҙең ҡеүәте ҙур. Симфоник йәки этник концерт булһынмы, тиҫтәләрсә мең кеше килә һәм ҡыҙыҡһынып ҡарай. Балалар бик күп. Был да мөһим. Беҙ яңы аралашыу мәҙәниәтен булдырабыҙ. Был киләсәктә лә дауам итер тип өмөтләнәм.