7 декабрь, Шаршамбы

30 май 2016 йыл, 11:39

Республикала Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү урындарын яңыртыу буйынса программа әҙерләнгән

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостанда 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү урындарын яңыртыу буйынса программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог һәм хеҙмәттәшлек» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ошо хаҡта хәбәр итте.

– Фольклориадаға килгәндә, артистар республиканың барлыҡ биләмәләрендә сығыш яһаһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Байрамды үткәреү урындарын яңыртыу буйынса программа әҙерләнгән дә инде. Һабантуйҙар уҙғарылған майҙансыҡтарҙы нигеҙ итеп алабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн типовой проект әҙерләнгән. Урынға ҡарап ул үҙгәрәсәк. Киләһе йылдан ошондай ҡоролмалар төҙөй башлайбыҙ. Муниципалитеттарҙа, ҡалаларҙа урындағы, саҡырылған артистар сығыш яһай алһын өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Әлбиттә, Фольклориада шунда үтәсәк.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, байрамда 70-тән ашыу илдең вәкилдәре ҡатнаша. Өфө амфитеатры баш ҡалала байрамды уҙғарыу урындарының береһе буласаҡ. Бынан тыш, Өфөнөң үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яңы майҙансыҡтар төҙөү ҡаралған.

– 2020 йылда беҙҙе ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында ойоштороласаҡ сағыу ваҡиға көтә. Ошо мәҙәни олимпиаданы лайыҡлы кимәлдә үткәреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы фольклориада көндәрендә республикабыҙға саҡырам.