Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Кирилл Молодцов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Сергей Цыб һәм Татарстан Республикаһы Премьер-министры Илдар Халиҡов менән осрашты. Улар Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында ҡатнашты.

Осрашыу барышында яҡтар республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен һәм форум йомғаҡтарын тикшерҙе.

– Нефть һәм газ химияһы аҙналығы тамамлана. Сара әүҙем үтте. Һеҙ беҙҙең күргәҙмәне ҡарағанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡатнашыусылар күп булды. Быйыл Ҡытай әүҙем ҡатнашты, Белоруссияның рәсми делегацияһы килде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күргәҙмә ваҡытында белгестәр менән аралаштым. Барыһы ла ошондай майҙансыҡтарҙың кәрәкле булыуын билдәләй.

Төбәктең яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары инвестиция программаларын әүҙем тормошҡа ашыра, тип билдәләне республика Башлығы.

– Башҡортостандың нефть химияһы комплексы уңышлы үҫешә. «Башнефть» компанияһының, Салауаттағы комплекстың үҫеш миҫалдары һөҙөмтәлелек күрһәтә. Барыһы ла донъяуи компаниялар кимәленә тап килә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Кирилл Молодцов.

– Башҡортостан компаниялары – сәнәғәтте үҫтереү дәүләт программаһында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, – тип хәбәр итте Сергей Цыб. – Ике йыл эсендә генә уларға миллиард һум самаһы субсидия бирелгән. Әгәр ете йыллыҡ арауыҡты алһаҡ, унда 7,5 миллиард һумдан ашыу. Ҡатнашыусылар Сәнәғәтте үҫтереү фонды иҫәбенә беҙҙең субсидияны ала йәки льготалы финанслана.

Илдар Халиҡов фекеренсә, форумды ойоштороу кимәле бик юғары, ул хатта федераль статус алыуға дәғүә итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть