4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2016 йыл, 17:49

«Башнефть» федераль милекте хосусилаштырыуҙың күҙаллау планына индерелгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Башнефть» федераль милекте хосусилаштырыуҙың күҙаллау планына индерелгән. 2014-2016 йылдарҙа Рәсәйҙең устав капиталында ҡатнашыуын туҡтатыу ҡаралған акционер йәмғиәттәренең исемлеге «Башнефть» компанияһына ҡағылышлы фекер менән тулыландырылған. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Ҡабул ителгән ҡарар Рәсәй милкен хосусилаштырыуҙан федераль ҡаҙнаға керемдәрҙе арттырыуға һәм «Башнефть» компанияһына инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Нефть компанияһының 50,08 процентлыҡ акциялары — Рәсәй милкендә, 25 процент плюс бер акцияһы — Башҡортостанда.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Башнефть» компанияһы стратегик предприятиелар исемлегенән төшөрөп ҡалдырылды. Ошо хаҡтағы ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабул итте.

Кисә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов «Интерфакс-Волга буйы» агентлығына биргән интервьюһында «Башнефть» компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыуҙың күҙалланмауы хаҡында белдерҙе.