11 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2016 йыл, 16:51

Республикала 30 градуслыҡ эҫе көндәр тамамлана

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары республикала һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында хәбәр итә. Алдағы ял көндәрендә төбәктә һалҡынса буласаҡ.

«Көндөҙ температура 20-25 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең көсәйеүе көтөлә», — тип аңлатма бирҙе Башгидромет белгестәре.

27 майҙа — тағы ла эҫерәк. Шәмбе, 28 майҙа, республиканың төньяҡ райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 11-16, таулы райондарҙа +6 градусҡа тиклем, көндөҙ 24-29 градус. Йәкшәмбе, 29 майҙа, урыны менән ямғыр яуасаҡ, көндөҙ йәшен йәшнәйәсәк. Төндә 10-15, көндөҙ 21-26 градус йылы.

31 майҙан төбәктә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.  

Йәйҙең тәүге көндәрендә синоптиктар төндә тупраҡта ҡырау төшөүен фаразлай. Һауа температураһы көндөҙ 13-18 градустан күтәрелмәйәсәк.