Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалы журналистары «Рус йыһанын» яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Башҡортостан хәбәрҙәре» тапшырыуының ижади төркөмө Һамарҙа үткән «Рус йыһаны» беренсе медиаконкурсында еңеүсе булды.

«Репортаж» номинацияһында хәбәрсе Алина Каматова менән оператор Юрий Ефремовтың яҡташыбыҙ, кинооператор Мәхмүт Рафиҡовҡа арналған «Күҙгә күренмәҫ кеше» исемле эше иң яҡшыһы тип танылды.

Мәхмүт Рафиҡов уҙған быуаттың икенсе яртыһындағы төп тарихи ваҡиғаларҙы — тәүге тапҡыр водород бомбаһын һынауҙы, кешенең йыһанға осоуын төшөргән. Бер фотоһүрәт аҫтында ла уның исеме күрһәтелмәй, ҡырҡ йыл буйына сер итеп һаҡлана. Ошоларҙың барыһын да Алина Каматоваға ғына күрергә насип булды.

«Был — минең өсөн  көтөлмәгән хәл. Эшеңде конкурсҡа ебәргән саҡта һәр саҡ еңеүгә өмөтләнәһең, әммә мин беренсе урын алырмын тип уйламаным. Мәхмүт Мөхәмәтйән улы «Күҙгә күренмәҫ кеше» генә түгел, ул – легендар кеше, шуға күрә тапшырыу ҡыҙыҡлы килеп сыҡты», — тип һөйләне Алина Каматова.

Конкурсҡа бөтәһе ике йөҙҙән ашыу эш килгән. Улар араһында репортаждар, очерктар, документаль  фильмдар бар. Ижади бәйгене ойоштороусыларҙың береһе — Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть