8 декабрь, Кесе йома

27 май 2016 йыл, 15:33

Төбәктә «Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумында яңы предприятиелар асыу мәсьәләһе тикшереләсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда «Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумында яңы предприятиелар асыу мәсьәләһе тикшереләсәк. 10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Бәләкәй бизнес — идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем» тигән форум уҙа. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, дәүләт ярҙамы саралары, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу тураһында һөйләшеү ҡаралған.

Форумда 250-гә яҡын делегат — федераль һәм төбәк власы органдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү институттары, илдең төп эшҡыуарлыҡ структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Программала — пленар ултырыш, экспозиция, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, «Яҡтыкүл» шифаханаһы биләмәһендә курорт һабантуйы.