Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Кластерҙар – импортты алмаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн яҡшы мөмкинлек» – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда кластерҙар булдырыу буйынса реаль эштәр башҡарыла. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

«Беҙ ошондай структуралар булдырыуға административ ярҙам күрһәтәбеҙ. Ниһайәт, аҙ тоннажлы химия, инжиниринг, нефть химияһы сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереү предприятиеларының мәнфәғәттәрен берләштерә алдыҡ», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы һөйләүенсә, хәҙер нефть эшкәртеү буйынса кластер булдырыла, уға ҙур предприятиелар инәсәк. Был — баҙарҙа продукцияны бергәләп һатыу һәм аралашыу өсөн яңы майҙансыҡ һәм яңы мөмкинлек.

«Күреүебеҙсә, һөҙөмтә бар, етештереү арта, әлегә беҙ теләгәнсә үк түгел, әммә был процесс ҡатмарлы, түҙемлек кәрәк. Бәлки, ваҡыт үтеү менән бер нисә предприятиены берләштерербеҙ», — тип иҫәпләй республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, көрсөк ошо процесҡа тиҫкәре йоғонто яһаманы. Киреһенсә, «хәҙер предприятиелар берләшергә тырыша, был осраҡта кластерҙар — ҡорамалдарҙы берлектә файҙаланыу, импортты алмаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү йәһәтенән яҡшы мөмкинлек».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть