8 декабрь, Кесе йома

27 май 2016 йыл, 14:19

Башҡортостанда Ҡурай байрамы үтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3-4 июндә Октябрьский ҡалаһында республика Ҡурай байрамы уҙа. Сара барышында «Байға» ҡурайсылар бәйгеһе ойошторола. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр иттеләр. Конкурста солистар һәм ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша, уларҙың йәше сикләнмәй. Башҡарыусылар һәм ансамблдәр өсөн ижад лабораторияһына әүереләсәк семинарҙа йүнәлештең мөһим проблемаларын тикшереү ҡаралған.

4 июндә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы Ҡурай байрамына саҡыралар. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 676-28-30 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Республика Ҡурай байрамы 2001 йылдан алып уҙғарыла. Маҡсаты — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, шулай уҡ профессиональ башҡарыусылар, коллективтар өсөн ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен асыу.

темалар: ҡурай