11 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2016 йыл, 12:43

Республикала 2800-ҙән ашыу кеше әҙәбиәт һәм география буйынса БДИ тапшыра

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн илдә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды. Республикала 2800-ҙән ашыу кеше әҙәбиәт һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Минекәева әйтеүенсә, 459 уҡыусы — әҙәбиәтте, 1367-һе географияны һайлаған.

«Республикала 65 имтихан тапшырыу пункты асылған, шулай уҡ берәү — холоҡ төҙәтеү колонияһында һәм берәү өйҙә һынау бирә, — тип хәбәр итте Жанна Минекәева. — Берҙәм дәүләт имтиханы барышын федераль һәм Башҡортостан күҙәтеүселәре, Санкт-Петербургтан һәм Ҡурған өлкәһенән ике федераль эксперт,  Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкиле күҙәтә».

Бынан тыш, барлыҡ имтихан ҡабул итеү пункттарында күҙәтеү камералары һәм мобиль бәйләнеште өҙөү системалары ҡуйылған.

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының төп тулҡынында 20 800-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнаша.

30 майҙа иһә сығарылыш класс уҡыусылары рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.