5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2016 йыл, 12:08

Баш ҡалала «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составы музыканты Рөстәм Асанбаев вафат булды

фото: социаль селтәрҙәр

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн төндә Өфөлә «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составы музыканты Рөстәм Асанбаев оҙаҡ ауырығандан һуң 62-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Һуңғы йылда ул аяуһыҙ сир менән туҡтауһыҙ көрәште.

Рөстәм Николаевич күренекле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев ғаиләһендә үҫкән. Алтмышынсы йылдар аҙағында ул телевизорҙан Сопот ҡалаһында барған фестивалде ҡарай. Рөстәм «Breakout» поляк төркөмөнөң сығышына хайран ҡала. Атаһы улының шөғөлөнә ыңғай ҡарай һәм Мәскәүгә барғанда уға «Tornado» ҡыйбатлы уйын ҡоралын һатып ала.

Шуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында рәссамлыҡҡа уҡып сыға. Музыкант Өфөлә тәүгеләрҙән булып рок һәм блюз уйнай башлай. Юрий Шевчук менән бергә илдә яңыса яңғырашлы рок музыкаһы дәүерен аса. Гитарасы «ДДТ» төркөмөндә 1983 йылға тиклем уйнай. Рок-музыканы рәсми рәүештә концерт майҙансыҡтарына үткәрмәйҙәр, төркөм Өфөнөң бөтә бейеү майҙансыҡтарында сығыш яһай. Нефть институтында бер генә концерт була һәм телевидениела «Свинья на радуге» альбомын яҙҙырып өлгөрәләр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң «ДДТ» бөтә илдә танылыу яулай. Артабанғы йылдарҙа Рөстәм Асанбаев элекке төркөмө менән концерттарҙа уйнай.

«ДДТ» төркөмө менән бер рәттән музыкант «Кода» (һуңғараҡ — «Руда») төркөмөндә ижад итә башлай. Концерт ҡуялар, фестивалдә сығыш яһайҙар, гастролгә сығалар. «Ҡышҡы блюз» альбомын яҙҙырғас, төркөм тарҡала. Шул йылдарҙа Рөстәм Асанбаев йырсы булараҡ та үҫешә, музыка һәм текстар ҙа яҙа.

1997 йылда «DDT Records» студияһында үҙенең «Пассажир» исемле альбомын сығара. «Аҙаштым» һәм «Туҡталышта блюз» композициялары меңдәрсә тыңлаусының һөйөүен яулай. Музыкант Өфөләге «Boogie Band» төркөмө гитарасыһы булып китә, төрлө проекттарҙа ҡатнаша, «Jimi Blues Cafe» арт-директоры булып эшләй. «Рөстәм уйнап ҡына ҡалмай, гитара ярҙамында фекерләй ҙә. Был — блюз аша донъяның асылына төшөнөү һәм уны аңлау ул», — тип һөйләне уның хаҡында Юрий Шевчук дуҫына ярҙам йөҙөнән ойошторолған хәйриә концертында.

Һоҡланғыс музыкант һәм кеше хаҡында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Мәрхүм менән хушлашыу 28 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Сергиев соборында үтә. Был хаҡта музыканттың яҡын дуҫы Рафаэль Шмергельский хәбәр итте.