Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфө амфитеатры тамашасыларҙы Кино төнөнә йыйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Рәсәй киноһы йылына арналған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Өфө амфитеатрында үткән Кино төнөнә йәнә меңдәрсә тамашасы йыйылды.

Тамашасылар дүрт сәғәт буйына сәхнәлә урынлаштырылған ҙур экрандан «Башҡортостан» киностудияһының иң яҡшы анимация, уйын һәм документаль таҫмаларын, шулай уҡ Юрий Норштейндың «Томан араһындағы терпе», Фёдор Хитруктың «Фильм, фильм, фильм» һәм Владимир Мотылдең «Сүллектәге аҡ ҡояш» фильмдарын ҡараны.

Башҡорт режиссерҙарының күп фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ булған фильмдары тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар — режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре», «Аңра бүре», Башҡортостан Башлығы грантына эйә булыусылар — Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» музыкаль таҫмаһы, Булат Йосоповтың «Визит», Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмдары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть