Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башнефть» компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыу күҙалланмай»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

«Башнефть» компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыу күҙалланмай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Интерфакс-Волга буйы» агентлығына биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.

– Әлбиттә, республика үҙенең акциялар пакетын һатырға йыйынмай. Бөгөнгө хәл Башҡортостан власы һәм халҡы өсөн ҡулай күренә. «Башнефть» яҡшы эшләй, компанияның иҡтисади күрһәткестәре юғары – 2015 йыл йомғаҡтары буйынса республика бюджеты бер нисә миллиард һумлыҡ һәйбәт дивидендтар аласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, «Башнефть» спортҡа һәм нефть сығарыусы муниципалитеттарға ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эш башҡара. Беҙ нефть һәм уны эшкәртеү мәсьәләләре буйынса тармаҡ федераль власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Корпорацияның директорҙар советында вәкилдәребеҙ эшләй. Менеджмент менән мөнәсәбәттәребеҙ һәйбәт, «Башнефть» компанияһын үҫтереү темаларын бергәләп тикшерәбеҙ.

Шуның менән бергә республика етәксеһе киләсәктә ошо мәсьәлә буйынса фекерҙең үҙгәреүе мөмкин икәнлеген дә инҡар итмәне.

– Әгәр 50 процентлыҡ федераль пакет һатылһа, яңы акционерҙың беҙҙе дивидендтар буйынса ҡәнәғәтләндергән шарттарҙың үтәмәүен күрһәк, бәлки, ул саҡта ошо мәсьәләгә төҙәтмәләр индерербеҙ, –  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Беҙ хәлде даими күҙәтеп барабыҙ, федераль министрлыҡтар, Хөкүмәт алдында фекеребеҙҙе яҡлайбыҙ һәм республика өсөн ҡулай вариантты ҡабул итәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть