8 декабрь, Кесе йома

26 май 2016 йыл, 17:35

Өфөлә серәкәйҙәр юҡ ителгән биләмәләр һәм дезинфекция сараларының тамамланыу ваҡыты билдәле булды

фото: Википедия

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә серәкәйҙәр юҡ ителгән биләмәләр һәм дезинфекция сараларының тамамланыу ваҡыты билдәле булды. «Башинформ» агентлығы Республика дезинфекция үҙәгендә ҡаланың ниндәй парктары һәм скверҙары ҡан эскес бөжәктәрҙән юҡ ителеүен, тағы ла ҡайҙа эштәр башҡарыласағын асыҡланы.

«Өс көн эсендә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы урын, Дим районында мәҙәниәт һәм ял паркы, «Тулҡын» паркы һәм С.Юлаев исемендәге баҡса эшкәртелде. Йома, 27 майҙа, медицина дезинфекторҙары «Ҡашҡаҙан» паркында эштәр башҡарасаҡ», — тип хәбәр иттеләр үҙәктә.

7 июнгә тиклем баш ҡалала 320 гектар биләмәлә серәкәйҙәр юҡ ителәсәк. Һыу ятҡылыҡтарын дезинфекциялау тамамланған.

Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡан эскес бөжәктәрҙе «ҡайнар томан» технологияһы ярҙамында юҡ итә. Был ысул кешеләр һәм хайуандар өсөн хәүефһеҙ.