3 декабрь, Шәмбе

26 май 2016 йыл, 16:41

Баш ҡалала властар халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн яңы төҙөлгән фатирҙар һатып ала

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Баш ҡалала властар халыҡты иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн яңы төҙөлгән фатирҙар һатып ала. Был эш ойошҡанлы бара. Мэрия 18 өс бүлмәле һәм 20 бер бүлмәле фатирҙар һатып алыу өсөн бер нисә конкурс үткәрә.

Тендер документында күрһәтелгәнсә, өс бүлмәлеләрҙең майҙаны 65 квадрат метрҙан кәм һәм 71-ҙән күберәк булырға тейеш түгел. 10 бер бүлмәле йәки фатир-студиялар — 26-33 квадрат метр. Бер бүлмәле фатирҙарҙың икенсе партияһы — 34-38 квадрат метр. Улар 2017 йылдың 20 июленән дә һуңға ҡалмайынса заказсыға тапшырылырға тейеш. Өс тендерҙың дөйөм башланғыс хаҡы — 73,55 миллион һум. Фатирҙың уртаса хаҡы 1,9 миллион һум тәшкил итә.