10 декабрь, Шәмбе

26 май 2016 йыл, 14:14

Өфөлә «Документаль шишәмбе»лә «Тәүбә» фильмы күрһәтелде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй киноһы йылына арналған «Башҡортостан-Синемастан» күргәҙмә-форумында «Документаль шишәмбе» уҙҙы. Унда «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Тәүбә» фильмы күрһәтелде. Был таҫма еңел булмаған яҙмышлы кеше менән таныштыра. Уға имам булып киткәнсе күп тормош һынауҙарын үтергә тура килгән.

«Тәүбә» фильмы 2015 йылда «Көмөш Аҡбуҙат» II халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленең «Документаль фильмдың иң яҡшы геройы өсөн» номинацияһында призға лайыҡ булды, быйыл Өфөлә «Ҡул ҡыҫыу» халыҡ-ара кинофорумында ҡатнашты. Тағы ла бер юғары награда — Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының дипломы.

Фильмдан һуң режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова «Документаль кинола режиссер менән сценаристың берлектәге эше» темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

«Оҫталыҡ дәресенә йәштәр күп килгәйне, — тип билдәләне фильмдың режиссеры. — Тамашасыларҙы геройҙың йөрәгенә нисек асҡыс табыуыбыҙ ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки тема ярайһы уҡ ҡатмарлы. Фильмды ҡараған саҡта күңелһеҙ булмаһын өсөн ниндәй образдар менән эшләргә кәрәклеген, документаль фильмдың сценарийы нисек яҙылыуын һораштылар. Тамашасыларҙың береһе быға тиклем документаль таҫма ҡарарға яратмауы, «Тәүбә» фильмы иһә ошо сәнғәт төрөнә ҡарашын үҙгәртеүе хаҡында белдерҙе. Оҫталыҡ дәресе йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы булды, быға бик шатмын».