4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2016 йыл, 11:32

Өфө амфитеатрында үткән Симфония төнөнә бик күп тамашасы йыйылды

фото: Олег Яровиков | видео: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө амфитеатрында үткән Симфония төнөнә бик күп тамашасы йыйылды. Республика Мәҙәниәт министрлығы баһалауы буйынса, быйыл уларҙың һаны 22 мең самаһы булды. Конгресс-холл янындағы амфитеатр йыр-моң һөйөүселәр менән тулды. Өфөләр ғаиләләре һәм дуҫтары менән хәтфә үләнгә ултырып концерт тыңланы. Асыҡ һауалағы концертҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та килде.

Баш ҡалала акция дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Ҡала халҡы Өфө дәүләт сәнғәт институтының Йәштәр симфоник оркестры ҡатнашлығында өс сәғәтлек open air тыңлай алды. Оркестрҙың художество етәксеһе — «Донъя кубогы» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, Бөтә Рәсәй дирижерҙар конкурсы дипломанты, «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» федераль премияһына лайыҡ булған Линар Дәүләтбаев.

Концертта Чайковский, Брамс, Моцарт, Вивальди, Бизе, Гуго, Мусоргский, Исмәғилев әҫәрҙәре яңғыраны. Дженкинстың «Ҡораллы кеше» әҫәре тәүге тапҡыр тыңлаусылар иғтибарына тәҡдим ителде. Уларға Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары, Краснокама районының Балалар сәнғәт мәктәбе, Өфөләге 14-се балалар музыка мәктәбе һәм 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларынан торған хор ҡушылды.

Концертта танылған йәш артистар Гөлнара Вәлиева, Артур Ҡәйепҡолов, Любовь Буторина, виолончелдә уйнаусылар Рөстәм Хәмиҙуллин, Аяз Нухов, скрипкасы Александр Маломожнов, арфала уйнаусы Гөлназ Абдуллина, һорнайсы Марат Моратов, кларнетсы Руслан Вәлиев, флейтасы Андрей Позяк, пианист Тимофей Владимиров ҡатнашты. Шулай уҡ Ҡытайҙа тыуып үҫкән, әле Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты һәм магистранты Чжан Кайлинь һәм Лу Яо сығыш яһаны.

Баш ҡаланың «Балалайка-бэнд» һәм «Премьер-квартет» төркөмдәре, йырсы Алена Завьялова совет һәм Рәсәй эстрадаһының билдәле йырҙарын башҡарып, өфөләрҙең кәйефен күтәрҙе. Концертта «Инстаграм» социаль селтәрендә уҙғарылған #симфония төнө дирижеры интернет-акцияһына йомғаҡ яһалды. Ике еңеүсе — Динислам Нәбиев һәм Лидия Захарова оркестр менән дирижерлыҡ итеп ҡараны. Симфония төнө музыкаль фейерверк менән тамамланды.