9 декабрь, Йома

26 май 2016 йыл, 10:18

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университеты терәк гуманитар юғары уҡыу йорто статусын алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты илдә тәүгеләрҙән булып терәк гуманитар юғары уҡыу йорто статусын алды. Был хаҡта Рәсәй мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов етәкселегендә уҙғарылған бөтә Рәсәй вебинарында билдәле булды.

Программаны тормошҡа ашырыу буйынса һайлап алыуҙа илдең 90-дан ашыу юғары уҡыу йорто ҡатнашты. Әммә терәк вуз статусы шуларҙың бишәүһенә генә бирелде. БДПУ-нан тыш, А.С.Пушкин исемендәге дәүләт рус теле институты, Көньяҡ-көнбайыш дәүләт университеты, Пятигорск дәүләт лингвистика университеты һәм Петрозаводск дәүләт университеты.

«Әлеге проектта М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты айырым роль уйнай, илдә мосолман мәғарифын үҫтереү һәм халыҡ-ара йәштәр проекттарын ойоштороуҙа ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә», — тип билдәләне Вениамин Каганов.

Терәк гуманитар юғары уҡыу йортоноң төп бурыстары — сит илдә рус телен өйрәнеү буйына белем биреү программаларына ғилми-методик әҙәбиәт әҙерләү, илдә һәм унан ситтә Рәсәй тарихын, рус телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу, сит илдәргә йәки Рәсәй төбәктәренә экспедициялар ойоштороу.

темалар: БДПУ